+21 °С
Болотло


Ҡурҙаҡ өсөн 500 гр ит, 1 башлы һуған, 1 кишер, 1 болгар боросо, 2 помидор, картуф кәрәк була.
Итте киҫәкләп турап сығабыҙ ҙа бешер-бешмәҫ булғансы ҡурабыҙ. Ошонда уҡ туралған һуғанды төшөрәбеҙ. Артабан ит менән бергә ҡурыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Борос менән кишерҙе һаламлап турайбыҙ. Кишер йомшарғансы ҡурабыҙ ҙа 1-2 аш ҡалағы он ҡушып болғатабыҙ. Ит өҫтөнә шаҡмаҡлап туралған картуфты һалабыҙ һәм һыу ҡоябыҙ. Һыу картуфтың өҫтөнә сығып торһон. Тоҙ, боросто тәменә ҡарап өҫтәйбеҙ.
Ҡапҡасын ябып, картуф бешеп сыҡҡансы быҡтырабыҙ. Помидорҙы шаҡмаҡлап турап төшөрәбеҙ. Лавр япрағын һалып, йәнә 10 минут быҡтырабыҙ.
Ҡурҙаҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!