Файҙалы кәңәштәр
1 Ноябрь 2022, 07:48

Сәйгә тәмле бәлеш

Ябай ҙа, тәмле лә булған был бәлеште әҙерләүе лә, бешереүе лә бик еңел.

Сәйгә тәмле бәлешСәйгә тәмле бәлеш
Сәйгә тәмле бәлеш
 

Сәйгә тәмле бәлеш

 
Был тәмле бәлеш өсөн 200 гр аҡ май, 3-4 аш ҡалағы шәкәр, 10 гр ванилле шәкәр, 3 йомортҡа, бер семтем тоҙ, ярты балғалаҡ сода, ярты балғалаҡ лимон һуты, 350-400 гр он кәрәк була.  
Эслекте 2 йомортҡанан, 3-5 аш ҡалағы шәкәрҙән, бысаҡ осонда ғына ванилиндән, 200 гр ҡаймаҡтан, 2 аш ҡалағы ондан, теләгән күләмдә емештәрҙән эшләнә.
 
Майҙы шәкәр һәм ванилле шәкәр менән туҡыйбыҙ. 

Ошонда уҡ тоҙ, сода һәм лимон һутын өҫтәйбеҙ. 

Он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. 

Форманың төбөнә пергамент ҡағыҙ түшәйбеҙ. Унан ҡамырҙы ҡул менән баҫҡылап табаға һалып йәйәбеҙ. 

Эсенә миксер менән туҡылған эслекте ҡоябыҙ ҙа емештәрҙе теҙеп һалабыҙ. 

Бәлештең сит яғын саҡ ҡына эскә ҡарай бөгөп ҡуябыҙ. 

Бәлеш асыҡ килеш бешерелә. 

180 градус эҫелектәге духовкала 1 сәғәт тирәһе бешереп алабыҙ. 

Табынға был бәлеште һыуынғас ҡына бирәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас