

Кастоp майы менән соданы бергә ҡушып биш төрлө дарыу эшләп була.
1. Бәшмәк. 1 аш ҡалағы касторка менән 1 аш ҡалағы соданы болғатып, бәшмәк сыҡҡан ерегеҙгә һөртөгөҙ. Ярты сәғәттән йыуып төшөрөп тирегеҙҙе киптерегеҙ.
2. Күгәргән һәм ҡанаған урынға ла ошолай ярты сәғәткә һөртөп торорға була.
3. Быуындар ауыртһа, шулай уҡ өҫтөәге рецептты ҡулланығыҙ. Был тубыҡҡа ҡағыла.
4. Күҙ ялҡынһыуланһа 1 балғалаҡ кастор майы менән ярты балғалаҡ бикаpбонат натрийҙы ҡушып болғатып, күҙ бәбәгенә 20 минутҡа һөртөгөҙ. Унан һыу менән йыуып төшөрөгөҙ. Был шулай уҡ күҙ төбө күгәреп торғанды ла бөтөрә.
5. Ҡулды йәшәртер өсөн ҡулланылған рецепт та бар. 1 аш ҡалағы кастор майы менән 1 аш ҡалағы соданы ҡушып болғатып, скраб кеүек ҡулланығыҙ. Ошолай 3 минут ыуалағандан һуң йыуып төшөрөгөҙ.
Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ!