+24 °С
Ямғыр
Драники
Уның өсөн кәрәк:
5 картуф, 1 һуған, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы он. Тәменә ҡарап тоҙ, тәмләткестәр алына.
Картуфтарҙы таҙартып эре ҡырыс аша ҡырабыҙ. Ҡараймаһын өсөн өҫтөнә аҙ ғына һөт ҡоябыҙ. Һуғанды йә ҡырабыҙ, йә ваҡ итеп турайбыҙ.
Һарымһаҡты иҙәбеҙ. Картуфты һыуынан һығып алабыҙ ҙа йомортҡа, он, тоҙ, тәмләткестәрҙе, һуған, һарымһаҡты ҡушып бутайбыҙ.
Көнбағыш майы һалып ҡыҙҙырылған табала ҡалаҡ менән матурлап һалып ике яғын да ҡыҙҙырабыҙ. Йоҡараҡ булһа тиҙерәк бешә.
Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирергә була.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: scale_1200 (8)