Файҙалы кәңәштәр
29 Октябрь 2022, 11:20

Картуфтан запеканка

Киске ашҡа картуфтан ошолай итеп запеканка бешерергә була. Бының өсөн 400 гр фарш, башлы һуған, томат пастаһы,ҡаймаҡ, сыр һәм 5 бешкән картуф кәрәк була.

Картуфтан запеканкаКартуфтан запеканка
Картуфтан запеканка

Киске ашҡа картуфтан ошолай итеп запеканка бешерергә була.
Бының өсөн 400 гр фарш, башлы һуған, томат пастаһы,ҡаймаҡ, сыр һәм 5 бешкән картуф кәрәк була.

 Фаршты һуған менән бергә ҡурып алабыҙ ҙа томат һәм тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Бер аҙ быҡтырабыҙ һәм уттан алабыҙ.

Бешкән картуфты иҙәбеҙ һәм бер-нисә өлөшкә бүләбеҙ.

 Хәҙер инде әҙер формаға ҡатлап һалырға ғына ҡалды.
Картуф ➡ эслек ➡ сыр ➡ йәнә картуф менән сыр.
Запеканканы 200°та 10 минут бешереп алабыҙ

Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас