Файҙалы кәңәштәр
27 Октябрь 2022, 11:29

Кишерҙән шәп ҡабымлыҡ

Әсе булған был ҡабымлыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.  Бының өсөн 4-5 кишер, 2-3 теш һарымһаҡ, йәшелсә, ярты лимон, 2-3 аш ҡалағы зәйтүн майы, ярты балғалаҡ паприка, тәменә ҡарап әсе борос, ярты балғалаҡ зира, тәменә ҡарап тоҙ, семтем шәкәр алына.  Кишерҙе таҙартып, йыуып, киптереп, балдаҡлап турайбыҙ. Унан ҡайнап ултырған һыуға төшөрәбеҙ. 5 минут бешерәбеҙ.   

Кишерҙән шәп ҡабымлыҡКишерҙән шәп ҡабымлыҡ
Кишерҙән шәп ҡабымлыҡ

Әсе булған был ҡабымлыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. 

Бының өсөн 4-5 кишер, 2-3 теш һарымһаҡ, йәшелсә, ярты лимон, 2-3 аш ҡалағы зәйтүн майы, ярты балғалаҡ паприка, тәменә ҡарап әсе борос, ярты балғалаҡ зира, тәменә ҡарап тоҙ, семтем шәкәр алына. 

Кишерҙе таҙартып, йыуып, киптереп, балдаҡлап турайбыҙ. Унан ҡайнап ултырған һыуға төшөрәбеҙ. 5 минут бешерәбеҙ. 

Аҙаҡ дуршлaгка һалып һыуын һарҡытабыҙ ҙа өҫтөнә һалҡын һыу ҡоябыҙ. Һыуы һарҡып бөтөргә тейеш. 

Соус эшләйек. Бының өсөн лимон һутын зәйтүн майы менән ҡуша болғатабыҙ. Һарымһаҡты пресс аша үткәрәбеҙ. Паприка, әсе борос һәм зираны иҙеп ҡушабыҙ. Шунда уҡ тоҙ, шәкәр һалып сәнске менән туҡыйбыҙ. 5-10 минут төнәтеп алабыҙ. 

Йәшелсәне йыуып, киптереп турайбыҙ. 

Һауытҡа балдаҡлап тураған, бешерелгән кишерҙәрҙе һалабыҙ ҙа йәшелсә өҫтәп, өҫтөнә соус ҡоябыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. 

Ҡапҡасын ябып, һыуығыраҡ урынға 1-2 сәғәткә ултыртып торабыҙ. ошо ваҡыт эсендә асып, болғатып та алабыҙ. 

Балдаҡлы был кишерҙәрҙе һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас