+21 °С
Болотло


Был тәмле запеканка өсөн 300 гр кәбеҫтә, 3 йомортҡа, 3 аш ҡалағы майонез, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы он, ярты балғалаҡ крахмал, ярты балғалаҡ разрыхлитель, 100 гр сыр кәрәк була.
Башта кәбеҫтәне ваҡ итеп турайбыҙ ҙа тоҙлап, борослап ҡул менән иҙгеләйбеҙ.
Йомортҡа, майонез, ҡаймаҡ, он, крахмал һәм разрыхлителде бергә ҡушып яҡшылап болғатабыҙ.
Сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Противенде үҫемлек майы менән майлайбыҙ ҙа кәбеҫтәне йәйеп һалабыҙ.Унан шыйыҡ ҡамырҙы ҡойоп таратабыҙ.
Ҡамыр өҫтөнә сыр һибәбеҙ.
Духовканы180-200 градусҡа ҡуябыҙ. Унан 20 минут бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!