Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
26 Октябрь 2022, 16:45

Арҡаң ауыртамы?

Арҡа ауыртыу менән яфаланған кеше аҙ түгел. Әйҙәгеҙ, ошондай ябай ғына рецептты ҡулланып ҡарайыҡ.  50 мл камфора спирты, 50 гр гәрсис порошогы, 5 эре йомортҡаның ағын әҙерләп ҡуяйыҡ.  Камфара спиртына гәрсис ҡойоп болғатығыҙ. Унан...

Арҡаң ауыртамы?Арҡаң ауыртамы?
Арҡаң ауыртамы?

Арҡа ауыртыу менән яфаланған кеше аҙ түгел. Әйҙәгеҙ, ошондай ябай ғына рецептты ҡулланып ҡарайыҡ. 

50 мл камфора спирты, 50 гр гәрсис порошогы, 5 эре йомортҡаның ағын әҙерләп ҡуяйыҡ. 

Камфара спиртына гәрсис ҡойоп болғатығыҙ. Унан туҡылған йомортҡа ағын ҡушабыҙ. 

Был дауаны ныҡлап туҡығыҙ. Ул тора торғас мазь кеүек булып китер. 

Был майҙы көн һайын йоҡлар алдынан арҡағыҙға һөртөгөҙ. Һеңеп кипкәнсе һөртөү кәрәк. Унан дымлы сепрәк менән һөртөгөҙ. 

Бер аҙ ҡыҙарып, әсетеп алыр. Әммә борсолмағыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас