Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
25 Октябрь 2022, 07:13

Сыр, колбаса һәм дөгөгән запеканка

Төшкөлөккә алдан бешереп ҡуйырға яратмаһағыҙ, был рецепт һеҙҙең өсөн.  Ни бары бешкән дөгө, ҡаты сыр, колбаса, 2 йомортҡа, помидор, ҡаймай йәки майонез менән бына тигән запеканка бешереп була. Тиҙ ҙә, тәмле лә үҙе.  Ммммм... Ауыҙҙан һыуҙар ҡойолдомо? Улайһа тиҙерәк эшкә тотонайыҡ.   

Сыр, колбаса һәм дөгөгән запеканкаСыр, колбаса һәм дөгөгән запеканка
Сыр, колбаса һәм дөгөгән запеканка

Сыр, колбаса һәм дөгөгән запеканка

Был запеканка өсөн дөгө, ҡаты сыр, колбаса, 1-2 йомортҡа, помидор, ҡаймай йәки майонез кәрәк була. 

Дөгөнө бешерәбеҙ, колбасаны ваҡ итеп турайбыҙ, йомортҡаны һытып туҡыйбыҙ, сырҙың ҡырғыстан үткәрәбеҙ.

Бешкән дөгөнө, колбасаны, йомортҡаны, сырҙың 2/3 өлөшөн бергә ҡушып бутайбыҙ. 

Майланған формаға тигеҙ итеп йәйеп һалабыҙ ҙа өҫтөнә майонез һөртәбеҙ. Унан балдаҡлап туралған помидорҙы матур итеп теҙәбеҙ. Хәҙер инде 180-220 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкаға оҙатабыҙ. 15 минуттан һуң алып өҫтөнә ҡалған сырҙы һибәбеҙ. Унан йәнә 5 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ.

Сыр иренеме?

ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас