Файҙалы кәңәштәр
25 Октябрь 2022, 15:25

Иртәнгелеккә бәлеш

Был еңел генә әҙерләнгән бәлеште иртәнгелеккә бешереп ҡуяйыҡ. Төшкө ашҡа балаларға бик тә ярап ҡала торған.  Шулай итеп,  1 стакан он, 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ соданы әҙерләп ултыртайыҡ.  Эслек тураһында ла онотмайыҡ. Бының өсөн 300

Иртәнгелеккә бәлешИртәнгелеккә бәлеш
Иртәнгелеккә бәлеш

Был ябай ғына бәлеште бешерер өсөн әллә ни аҙыҡ та кәрәк түгел. Тиҙ ҙә, тәмле лә. 

Шулай итеп,  1 стакан он, 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ соданы әҙерләп ултыртайыҡ. 

Эслек тураһында ла онотмайыҡ. Бының өсөн 300 гр фарш, шаҡмаҡлап туралған 2-3 башлы һуған, тәменә ҡарап тоҙ, борос алына. 

Кефирға сода ҡушып болғатабыҙ ҙа 5 минуттай ултыртып торабыҙ. Унан ҡалған ингридиенттарҙы ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. 

Майлап он һибелгән формаға ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ ҙа бешмәгән фаршты йәйеп ҡуябыҙ. Уның өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. 

Әҙер бәлеште 170 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас