

Тымауҙан тиҙ генә дарыуһыҙ ғына ҡотолорға уйлаһаң...
Халыҡ медицинаһының был рецепттары ярҙамға килер.
1. Бал.
Бинттан ике жгут әҙерлә лә балға манып ал. Унан танауыңа 3-4 см итеп тығып ҡуй.
2. Баллы тамсылар
Балды 1:2 кимәлдәге йылы һыу менән иҙеп, танауҙың һәр тишегенә 5-8 тамсы тамыҙ. Был процедураны көнөнә 3-4 тапҡыр ҡабатла.
3. Һуған менән бал.
3 аш ҡалағы һуған бутҡаһын 2 аш ҡалағы ҡайнап бер аҙ һыуытылған һыу менән бута. Унан был иҙмәгә 1 балғалаҡ бал ҡуш. Барыһын яҡшылап болғатҡандан һуң көнөнә 4-5 тапҡыр 4-6-шар тамсы тамыҙ.
4. Бешкән йомортҡа.
2 йомортҡаны йоморлап көйө бешереп ал да йылы килеш танауға ике яҡтан һыуынғансы баҫып тор.
5. Арыш шөкәрәһен (сухарь) эҫе табаҫа һал. Яна башлаһа, төтөнө менән 2-3 минут тын ал. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатла. Әммә ныҡ тырышып ташлама, яндырып йә сәсәп ҡуйма.
Һау-сәләмәт бул!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәт, табип менән кәңәшләшергә онотма!