+24 °С
Ямғыр
Эремсекле - какаолы пирог ???? Ҡамыр өсөн 1⃣ 280 гр он 2⃣ 180 гр һыйыр майы 3⃣ 60 гр какао-порошок 4⃣ 80 гр шәкәр ҡомо ???? Эслек өсөн: 1⃣ 350 гр эремсек 2⃣ 80 гр песок 3⃣ 3 йомортҡа 4⃣ 70 гр ҡаймаҡ 5⃣ 40 гр крахмал Эслек өсөн барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушабыҙ. Миксер менән яҡшылап болғатабыҙ. Он, һалҡынса май, какао, шәкәрҙе ҡушып яҡшылап ҡулығыҙ менән болғатығыҙ. 2/3 ҡамырҙы форманың аҫтына һалабыҙ. Эслекте һалабыҙ. Ҡалған ҡамырҙы һалабыҙ. Духовканы 180 градусҡа ҡуйып,40 минут бешерәбеҙ. Бешеп сыҡҡас өй температураһында һыуытабыҙ. Шунан пленка менән ҡаплап 1-2 сәғәткә холодильникка тығып ҡуябыҙ. Ваҡыт үткәс пирог әҙер. Бик тәмле, еңел пирог.
Сығанаҡ : "Файҙалы кәңәштәр".