+21 °С
Болотло
Антуриум гөлө ни өсөн үҫеп китә алмай? Дөрөҫ ултыртмағандан ул. 2-се фотла дөрөҫ ултыртылмаған антуриум. 3-сө фотола ҡайһы еренән киҫеп алырға күрһәтелгән. Көрән төҫ менән һыҙылған япраҡтары киҫелә. 4-се фотла тамыр ебәрә торған өлөшө генә һыуға тейеп торорға тейеш. Япраҡ сығара торған ере өҫтә ҡалһын. Ярты литрлы банкаға 2 активированный уголь һалығыҙ һәм тамырланырға тығып ҡуйығыҙ. 5-се фотола һары менән һыҙылған еренә тиклем тупраҡҡа күмеп ултыртаһығыҙ. Япраҡ үҫеп сыға торған ере күмелергә тейеш түгел. Ул күмелһә гөл үҫә алмай, тамыры серей башлай һәм япраҡта таптар барлыҡҡа килә. 6-сы фотола башта шундай бәләкәй генә һауытҡа ултыртырға кәрәк. Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр".