Йылайыр районынан Баныу Игебаева сөгөлдөр менән кишерҙе еңел генә һаҡлау юлын өйрәтә. Бының өсөн уларҙы ҡабыҡлай бешерергә кәрәк. Улар бешкәнсе банкаларҙы стерилләйһең. Бешкән йәшелсәләрҙе әрсеп, банкаларға һалаһың. Банка ауыҙына һыймағанын 2 йәки 3 йә 4 өлөшкә бүлеп, ҡырҡып төшөрөргә. 1 литр һыуға 1 аш ҡалағы иҫәбенән тоҙ һалып, кәстрүлдә рассол ҡайнатырға. Йәшелсә тултырылған банка күләменә ҡарап, 1 л банкаларға - 1 аш ҡалағы, 2 л - 2 аш ҡалағы, 3 л 3 аш ҡалағы 9 % һеркә ҡойорға. Эҫе рассолды, банкалар ға ҡойорға, нығытмай ғына ҡапҡастарын ябырға. Ҙурыраҡ кәстрүлгә тулы банкаларҙы ултыртып, һыу ҡойоп, 15 минут стерилләргә. Һыуҙан алып, ҡапҡастарҙы нығытырға һәм түңкәреп ҡуйырға. Тик өҫтөн ҡапларға ярамай. Һыуынғас, һалҡын ергә ҡуйырға. Всё! Эш тә бөттө! Еп -еңел! Ә ҡыш көнө - сығарҙың, астың, тураның... Әле генә бешеп сыҡҡан кеүек кишер - сөгөлдөр әҙер! Хәтәр рәхәт! Руссалап әйткәндә, гость на пороге булһа, воще шәп! Шатыр - ботор мундир картуф бешерәһең дә, был банкаларҙы асаһың да, салат турап эшләйһең дә ултыртаһың.