Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
22 Октябрь 2022, 13:20

Тамырҙар һау булһын өсөн һарымһаҡлы май кәрәк

​​Тамырҙар һау булһын өсөн һарымһаҡлы майҙы ҡулланығыҙ.  Ә был майҙы ошондай боронғо рецепт буйынса әҙерләр кәрәк. Әҙер май тамырҙарҙы ғына таҙартып ҡалмай, ул һаулыҡты ла нығытыр. Тамырҙар ҡыҫылыу менән бәйле баш ауырыуҙарын, йөрәк ҡыҫылыуынан ярҙам итә.  Скелерозды профилактикалай, тамырҙарҙы киңәйтә.  Һарымһаҡ майын әҙерләү өсөн уртаса...

Тамырҙар һау булһын өсөн һарымһаҡлы май кәрәкТамырҙар һау булһын өсөн һарымһаҡлы май кәрәк
Тамырҙар һау булһын өсөн һарымһаҡлы май кәрәк

​​Тамырҙар һау булһын өсөн һарымһаҡлы майҙы ҡулланығыҙ. 

Ә был майҙы ошондай боронғо рецепт буйынса әҙерләр кәрәк. Әҙер май тамырҙарҙы ғына таҙартып ҡалмай, ул һаулыҡты ла нығытыр. Тамырҙар ҡыҫылыу менән бәйле баш ауырыуҙарын, йөрәк ҡыҫылыуынан ярҙам итә.  Скелерозды профилактикалай, тамырҙарҙы киңәйтә. 

Һарымһаҡ майын әҙерләү өсөн уртаса ҙурлыҡтағы һарымһаҡ башын таҙартып, иҙәбеҙ.

Унан был һарымһаҡ бутҡаһын быяла һауытҡа һалабыҙ ҙа 1 стакан таҙартылмаған көнбағыш майын (нерафинированный) ҡоябыҙ. Был майҙы һыуытҡыстың иң аҫтағы кәштәһенә ултыртабыҙ.

Икенсе көн лимонды алып, ҡулыбыҙҙа ыуалап алабыҙ. Унан өҫтөндәге тубырсыҡланып торған урынын ҡырҡып ташлайбыҙ ҙа 1 балғалаҡ лимон һутын һығып алабыҙ. Уны аш ҡалағына бушатабыҙ. Ошо уҡ ҡалаҡҡа һарымһаҡлы майҙы ҡоябыҙ. Ипләп кенә бушатабыҙ ҙа майҙы эсәбеҙ. 

Ошо рәүешле майҙы ашарҙан 30 минут алда көнөнә 3 тапҡыр эсәбеҙ. 

Дауаланыу курсы 1 айҙан алып 3 айға тиклем була. 1 ай ял итеп алғандан һуң йәнә ҡабатлайбыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Иҫкәрмә: халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас