КЕР ҺАБЫНЫНАН – КЕР ПОРОШОГЫ Бүтәнсә порошок һатып алмайбыҙ, һабын онтағы керҙе күпкә яҡшыраҡ йыуа һәм таҙарта! * Бер нисә кер һабынын ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. * Һабын юнышҡыһына шул күләмдә аш содаһы йәки кальцийланған сода ҡушабыҙ. * Теләк буйынса бер нисә тамсы эфир майы ҡушабыҙ (афлисун, бөтнөк, лаванда майҙары һәйбәт була). * Яҡшылап бутайбыҙ һәм ҙур банкаға тултырабыҙ. Зыянһыҙ, фосфатһыҙ ЭКО-порошок әҙер! Ҡапҡас менән ябабыҙ, йыуыныу бүлмәһендә һаҡлайбыҙ. Кер йыуыу машиналары өсөн дә бара. Күп кәрәкмәй, 4 литрлыҡ бактың эсенә 1-2 ҡалаҡ етә. Һабын онтағына йыуылған керҙәр күпкә йомшағыраҡ, таҙараҡ, төҫө сағыуыраҡ һәм хуш еҫлерәк була. Балалар һәм порошокка аллергия булған кешеләр өсөн айырыуса һәйбәт. Башта әҙ күләмдә яһап һынап ҡарағыҙ. Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр". Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.