Файҙалы кәңәштәр
21 Октября 2022, 08:00

Табикмәк

Йома көн май еҫе сығарыр кәрәк, тиҙәр. Шуға ла бөгөн май икмәк, табикмәк бешерәйек, йә ҡоймаҡ ҡояйыҡ. Табикмәк бешереү өсөн 300 гр он (1,5-2 стакан), 15 гр әсетке, 160 гр (1 стакан) манный ярмаһы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 500 мл һыу (уның яртыһына һөт ҡойһаң да була) кәрәк була. Содалы ҡушылмаға 2 йомортҡа, 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ сода алына. 

ТабикмәкТабикмәк
Табикмәк

Табикмәк бешереү өсөн 300 гр он (1,5-2 стакан), 15 гр әсетке, 160 гр (1 стакан) манный ярмаһы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 500 мл һыу (уның яртыһына һөт ҡойһаң да була) кәрәк була. Содалы ҡушылмаға 2 йомортҡа, 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ сода алына.

Табикмәк ике этапта бешерелә. Тәүгеһендә баш ҡуйып алабыҙ. Бының өсөн һыуға шәкәр менән әсеткене һалып болғатабыҙ ҙа ултыртып торабыҙ. Ҙурыраҡ һауытҡа әсетке ҡатнашмаһын, манный ярмаһын, һыу, он ҡушып яҡшылап туҡыйбыҙ. Әҙер ҡамыр яҡшы сифатлы ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Бүлмә температураһында был ҡамырҙы кәм тигәндә 5 сәғәткә әсетер өсөн ҡалдырып торабыҙ. Ҡабарып сыҡҡас йомортҡа, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы һәм сода (1 аш ҡалағы һыу менән иҙелгән) ҡатнашмаһын ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Әҙер ҡамыр ҡуйылығы һуҙылып ағып торорға тейеш. Әгәр ул саманан тыш ҡуйы булһа, саҡ ҡына ҡайнар һыу өҫтәгеҙ.

Әйткәндәй, табикмәктең ҡалынлығы ҡамырҙың ҡуйылығынан тора. Ҡамыр йәнә 10 минут ял итеп алһын.

Бына инде табаны ҡыҙҙырып, бешерергә лә сират етте. Табаны майлап (уны башҡаса майламаҫҡа ла мөмкин, майлы ҡамыр йәбешмәҫкә тейеш), тәүге ҡоймаҡты һүрән генә утта ике яҡлап бешереп алабыҙ. Әҙер табикмәкте аҡ май менән майлап һалабыҙ.

Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас