Файҙалы кәңәштәр
20 Октябрь 2022, 07:30

Төшкө ашҡа - ҡабаҡтан бәлеш

Шундай тәмле ҡабаҡ бәлеше бешереп, ғаиләгеҙҙе һыйлап, ҡыуандырығыҙ әле. 

Уңың өсөн кэрэк:

-таҙартылған ҡабаҡ (турайбыҙ)

-дөгө (бүрттереп алабыҙ)

-йөҙөм (ҡайнар һыуҙа тотабыҙ)

-кишер (эре терканан үткәрәбеҙ)

- төрлө емеш

- шәкәр ҡомо

Ҡамыр:

бер стакан йылы һыуға, ҡалаҡ осона ғына ҡоро сүпрә һалам, 1 ҡалаҡ майонез (ҡаймаҡ та мөмкин), шәкәр, он һалып, ҡатыраҡ итеп баҫам, ҡабартып тормайым. Ҡабакты шәкәр менән болғатып ҡуям, шулай ул һутын сығара тора һәм тәмлерәк була. Барыһын да эслегенә һалам да тоҙ һалып болғатам һәм һыйыр майы һалам ( уны йәлләмәгеҙ). Духовкала 1-1,20 эсендә бешә. Ҡоро булып сыҡһа, өҫтәлгә бирер алдынан йылытҡан һөт өҫтәгеҙ.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас