Файҙалы кәңәштәр
18 Октябрь 2022, 13:36

Тәмле бәлеш

Кискелеккә тиҙ генә бәлеш бешерәйек. Бергәләшеп ултырып сәй дсеүгә ни етә! Уның ҡамыры 1 стакан кефир, 3 йомортҡа, ярты балғалаҡ сода, тоҙ, 100 гр һары май, он менән баҫыла.  Был ошоларҙы ҡушып болғатһаң, ҡуйы ҡаймаҡ

Тәмле бәлешТәмле бәлеш
Тәмле бәлеш

Кискелеккә тиҙ генә бәлеш бешерәйек. Бергәләшеп ултырып сәй дсеүгә ни етә!

Уның ҡамыры 1 стакан кефир, 3 йомортҡа, ярты балғалаҡ сода, тоҙ, 100 гр һары май, он менән баҫыла. 

Был ошоларҙы ҡушып болғатһаң, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек килеп сығырға тейеш. 

Ҡамырҙың яртыһын формаға ҡойоп, өҫтөнә эслек һалабыҙ. Ул быҡтырылған кәбеҫтә, консервалағы балыҡ, эремсек булыуы ла ихтимал. Унан ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ.  

Әҙер бәлештең өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән май һәм сыр һибәбеҙ. 

180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас