Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
18 Октябрь 2022, 05:15

Кәбеҫтәнән шундай тәмле салатты һеҙ ҙә эшләргә тейеш

Бер тапҡыр эшләп ҡараһағыҙ, гел эшләйәсәкһегеҙ, әхирәттәр. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

НЫҠ ТӘМЛЕ КӘБЕҪТӘ???????????? Бер тапҡыр эшләп ҡараһағыҙ,гел эшләйәсәкһегеҙ,әхирәттәр!!! Шулай итеп, 3 литрлыҡ банкаға кәбеҫтәне борос, йә кишер,йә сөгөлдөр менән аралаштырып һалаһың.Шулай уҡ, һәр ҡат араһына һарымһаҡ та һалып ебәрергә кәрәк. Кәбеҫтәне төрлөсә турайым. Һаламлап та, шаҡмаҡ итеп тә, эре киҫәктәргә бүлеп тә. Кәйефемә ҡарап,тиһәм дә була))) Шуныһы ҡыҙыҡ,был кәбеҫтәгә маринадты ҡайнатмаҫҡа ла мөмкин. Мин йыш ҡына ҡайнатмайса эшләйем.Теләйһегеҙ икән, ҡайнатығыҙ. Һис ҡаршылығым юҡ)) Ҡалайтһағыҙ ҙа,тәмле килеп сығасаҡ! 1 литр һыуыҡ һыуға ярты ст. шәкәр, ярты ст.аш һеркәһе (быяла шешәләген ҡулланығыҙ!), 2 аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан көнб. майы һалып болғап кәбеҫтә өҫтөнә ҡойорға кәрәк.Ҡурҡмағыҙ, тоҙо ла,шәкәре лә ирейәсәк)) Маринад артып ҡалһа, һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ ҙа, икенсе көнөнә банкаға өҫтәп ҡойорһоғоҙ. Кәбеҫтә берәй көн бүлмә температураһында ултыра, аҙаҡ һыуытҡысҡа алып ҡуяһың. Шунда уҡ ашай башламағыҙ, тәме һеңгәнсә ике-өс көн ултырһын) Үәт,шулай!!! Иҫ киткес тәмле ризыҡ килеп сыға)))

Гөлназ Ишемғолова диуарынан алынды. Фото асыҡ сығанаҡтан алынды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас