

Бер стакан йылыраҡ һөткә 1 стакан йылымыс һыу һәм 1 аш ҡалағы әсетке һалып бутайбыҙ. Ул күпсей торһон.
Күпсеп сыҡҡас 2 йомортҡа ағы, 1 стакан үҫемлек майы, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр өҫтәп болғатабыҙ. Унан 5-6 стакан ондо аҙ-оҙлап һала-һала ҡамыр баҫабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамыр йомшаҡ ҡына, ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш.
Әҙер ҡамырҙы тигеҙ 10 киҫәккә бүләбеҙ. Һәр киҫәкте йәйәбеҙ. Йәйелгән киҫәкте батмусҡа һалабыҙ. Уның өҫтөнә аҡ май һөртөп, икенсеһен һалабыҙ. Барыһын да ҡатлап бөткәс, өҫтөнә пленка ҡаплайбыҙ. 1 сәғәт шулай ятып торһон.
Таҡтаға он һибеп, батмусты әйләндереп төшөрәбеҙ. Хәҙер уны 16 тигеҙ киҫәккә бүлеп сығабыҙ. Үҙебеҙгә оҡшаған эслек һалып, круассан итеп төрәбеҙ. Ярты сәғәт ятҡан круассандарҙы уртаса ҡыҙыулыҡтағы духовкала өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!