Файҙалы кәңәштәр
13 Октябрь 2022, 11:45

Раушаниянан сметтаник

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:200гр май йәки маргарин( бүлмә температураһында)4 а.ҡ. шәкәр1 йомортҡа0.5 с.ҡ. тоҙ100 -120гр. йылы һыусүпрә 1 ҡап ( 11гр.)кәрәгенсә онЭслек өсөн:400гр. кибет ҡаймағы3 йомортҡа4 а.ҡ. шәкәр1 а.ҡ. крахмал (һалмаһағыҙ ҙа була!)грек сәтләүеге( булмаһа ла ярай!) Ошоларҙан ике пирог сығасаҡ. Эш барышын сайтта уҡығыҙ:

Ә бөгөн мин сметанник бешерҙем????

Һеҙгә лә рецебын яҙайым әле, ҡыҙҙар!

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:

????200гр май йәки маргарин( бүлмә температураһында)
????4 а.ҡ. шәкәр
????1 йомортҡа
????0.5 с.ҡ. тоҙ
????100 -120гр. йылы һыу
????сүпрә 1 ҡап ( 11гр.)
????кәрәгенсә он

Эслек өсөн:

????400гр. кибет ҡаймағы
????3 йомортҡа
????4 а.ҡ. шәкәр
????1 а.ҡ. крахмал (һалмаһағыҙ ҙа була!)
????грек сәтләүеге( булмаһа ла ярай!????)

Эш барышы:

Йылы һыуға сүпрәне 1 с. ҡ. шәкәр, 1 а.ҡ. он һалып, болғап ситкә ҡуйып торабыҙ.

Артабан йомшаҡ майға шәкәр, йомортҡа, тоҙ алдан ҡабартылған сүпрә һалып ҡулға йәбешмәҫлек кенә иттереп йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ һәм 30мин. ситкә ҡуйып торабыҙ.

Ул арала эслек әҙерләйбеҙ.

Ҡаймаҡ, йомортҡа, шәкәр, крахмал һалып болғайбыҙ.

Ҡабарған ҡамырҙы тигеҙ генә йәйеп ситтәрен күтәрә береберәк табаға һалабыҙ. Бысаҡ менән ситтәрен киҫеп сығып "башаҡ" формаһы иттереп биҙәп әҙер эслекте ҡоябыҙ. Өҫтөнә йыуып киптерелгән сәтләүекте ваҡлап өҫтөнә һибеп эҫе генә мейескә(180 º-200º) 40-45мин. оҙатабыҙ. ????

Р. С. Ошо ингредиенттарҙан ике бәлеш сыҡты

Өйөгөҙ йәнле, табынығыҙ йәмле булһын дуҫтар! Яҡшы ял көндәре теләйем!

Сығанаҡ: Раушания Мулюкованың диуарынан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас