Ҡабаҡ тураһында хәҙистәр 
Әнәс ибне Мәлик (радыйАллаһу ганһе): “Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу галәйһи вә сәлләм) ҡабакты ярата ине”, – тип әйткән.
Җәбир ибне Тарикъ Әл-Әхмәси әйткән: “Бер ваҡыт мин Аллаһтың Илсеһе галәйһиссәләм янына керҙем һәм унда ҡабаҡ күреп унан: “Был нимә?” – тип һораным. Ул һорауыма: “Беҙ уның менән үҙ ризығыбыҙҙы арттырабыҙ”, – тип яуап ҡайтарҙы.
Пәйғәмбәребеҙ галәйһиссәләм былай тип әйтә торған булған: “Йә Ғәйшә, ризыҡ әҙерләгән ваҡытта һин уға күберәк ҡабаҡ һал, сөнки ул һағышлы йөрәкте нығыта!”
Шулай уҡ тағын бер хәҙистә Әбү Талут (радыйАллаһү ганһе) былай тип әйткән: “Мин Әнәс ибне Мәлик янына керҙем. Ул: “Аллаһының илсеһе яратып ашағанға күрә, һин миңа бик ҡәҙерле ризыҡ”, – тип әйтә-әйтә ҡабаҡ ашай ине”.
Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр"
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.