Файҙалы кәңәштәр
13 Октябрь 2022, 13:05

5 минтта әҙер була торған ҡамыр

- 500 мл һөт - 5 стакан (700 г) он - 2 аш ҡалағы шәкәр - 0,5 сәй ҡалағы тоҙ - 2 аш ҡалағы көнбағыш майы - 11 г тиҙ ҡалҡтыра торған сүпрә... Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

5 минтта әҙер була торған ҡамыр

- 500 мл һөт

- 5 стакан (700 г) он

- 2 аш ҡалағы шәкәр

- 0,5 сәй ҡалағы тоҙ

- 2 аш ҡалағы көнбағыш майы

- 11 г тиҙ ҡалҡтыра торған сүпрә

4 стакан онға сүпрәне һалабыҙ. Әҙләп кенә йылы һөт ҡоябыҙ. Шәкәр, тоҙ, көнбағыш айы өҫтәйбеҙ. Бөтәһен дә болғатабыҙ. Тағы ла бер стакан ондо һалабыҙ. Бөтәһен дә яҡшылап баҫып, целлофан мешокка һалып, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Ике сәғәттән ул әҙер була. Оҙағыраҡ ятһа ла ҡурҡынысы юҡ. Кистән әҙерләп, иртәнсәк бешерергә мөмкин.

Был ҡамырҙан төрлө эслектән бәлештәр, булочкалар, пицца бешерергә була. Табала ла ҡыҙҙырырға, духовкала ла бешерергә мөмкин. Ләкин шуны онотмағыҙ: был ҡамырҙы һыуытҡыста өс көндән артыҡ һаҡларға ярамай. Туңдырырға мөмкин.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас