Файҙалы кәңәштәр
12 Октябрь 2022, 14:47

Токсиндарҙан ҡотолайыҡ

Организмдағы токсиндарҙан ҡотолоу өсөн беҙгә һуған менән һарымһаҡ ярҙам итә. Ә был ысулды тәүге тапҡыр көнсығыш илдәрендә ҡулланғандар. Ул компресс.  Бындай компрессты йоҡлар алдынан аяҡҡа эшләгәндәр. Ә иртән табандар ҡарайып сығыр. Был токсиндар шулай сыға.  Әйҙәгеҙ, эшләп ҡарайыҡ. Моғайын да зарар итмәҫ.

Токсиндарҙан ҡотолайыҡТоксиндарҙан ҡотолайыҡ
Токсиндарҙан ҡотолайыҡ

Организмдағы токсиндарҙан ҡотолоу өсөн беҙгә һуған менән һарымһаҡ ярҙам итә. Ә был ысулды тәүге тапҡыр көнсығыш илдәрендә ҡулланғандар. Ул компресс. 

Бындай компрессты йоҡлар алдынан аяҡҡа эшләгәндәр. Ә иртән табандар ҡарайып сығыр. Был токсиндар шулай сыға. 

Әйҙәгеҙ, эшләп ҡарайыҡ. Моғайын да зарар итмәҫ.

Ә токсиндар беҙҙең тәнгә аҙ хәрәкәт итеү, дөрөҫ туҡланмау, инфекция ауырыуҙары, насар ғәҙәттәр арҡаһында барлыҡҡа килә. Хәлһеҙлек тойғоһо, ҡыҙып барыусанлыҡ, баш ауырыуҙары, тәнгә нәмә сығыуы, юғары температура быға ишара булып тора ла инде. Унан ҡалһа аллергия, хроник ринит, конъюнктивит барлыҡҡа килә. Шулай уҡ быларҙың күбеһе паразиттарҙыр тәдә булыуының да симптомы булып тора. 

Бындай проблемаларҙан ҡотолоу өсөн кешелек аяҡ өсөн детокс-пластырь уйлап сығарған. Тик пластырь бик ҡыйбат. 

Ә беҙ уны бөгөн үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ. Бының өсөн ҙур ғына башлы һуған, бер баш һарымһаҡ, 300 мл һыу, марля, яһы пластырь, ойоҡбаш кәрәк була.

Башта һыуҙы ҡайнатып алабыҙ. Һуған менән һарымһаҡты ваҡлап турайбыҙ, унан иҙәбеҙ ҙә ҡайнап ултырған һыуға төшөрәбеҙ. 

Уртаса ҡыҙыулыҡтағы утта 5-7 минут бешерәбеҙ. 

Килеп сыҡҡан төнәтмәгә бер нисә ҡатлап дшләнгән марляны манып алабыҙ ҙа һыуытабыҙ. Унан табанға ҡаплап, өҫөнә пластырь йәбештерәбеҙ. Ике табанға ла шулай итер эшләйбеҙ. Өҫтөнән йылы ойоҡбаш кейәбеҙ. 

Иртән йоҡонан уянғас та пластырҙе ысҡындырып алабыҙ.   

Бына булды. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас