Файҙалы кәңәштәр
12 Октябрь 2022, 07:30

Бармаҡҡа массаж эшләп...

Көнөнә 1 минутты бармаҡтарығыҙға массаж эшләү өсөн бүлеп тә һаулыҡты нығытып була. Был турала белә инегеҙме? 

Бармаҡҡа массаж эшләп...Бармаҡҡа массаж эшләп...
Бармаҡҡа массаж эшләп...

Баш бармаҡтағы нөктәләр йөрәк һәм үпкә өсөн яуап бирә. Йөрәгегеҙ үтә ныҡ шәп ҡаҡһа, тап ошо бармағығыҙға массаж эшләп, яйлап ҡына йөрәк ҡағышын нормаға индереп була. 

Һуҡ бармаҡ (указательный палец) ашҡаҙан-эсәк трактаты өсөн яуап бирә. Эсегеҙ ауыртҡанда, ашҡаҙанығыҙ менән проблема булғанда һуҡ бармаҡҡа массаж эшләгеҙ.

Урта бармаҡтағы нөктәләр ҡан әйләнеше өсөн яуап бирә. Күңелегеҙ болғанһа, башығыҙ әйләнһә, йоҡлай алмаһағыҙ урта бармаҡҡа массаж эшләгеҙ. 

Сығанаҡ бармаҡ кәйефегеҙҙе контролдә тотор. Эсегеҙ боштомо? Массаж яһарға ашыҡ. 

Сәтәкәй бармаҡҡа массаж эшләп, йоҡоғоҙҙо яҡшыртығыҙ, стрестан ҡотолорһоғоҙ, йөрәк ҡағышын яҡшырталар. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас