Файҙалы кәңәштәр
9 Октябрь 2022, 08:00

Эремсекле торт

Был эремсекле торт ярты сәғәттә әҙер була. Сөнки уны бешерергә кәрәкмәй. Магазиндан ванилле сухари алыу ҙа етә. Шулай итеп, башланыҡмы? Торт өсөн 200 гр ванилле сухари, 80 гр ҡара емеш, 80 гр грек сәтләүеге, 70 гр шоколад, 70 гр аҡ май, 300 гр ҡуйы ҡаймаҡ (магазиндыҡы), ванилле шәкәр, 320 гр эремсек, 1 балғалаҡ желатин, 3 аш ҡалағы һыу кәрәк була.  Торттоң өҫтөн биҙәр өсөн 100 гр шоколад...

Эремсекле тортЭремсекле торт
Эремсекле торт

Был эремсекле торт ярты сәғәттә әҙер була. Сөнки уны бешерергә кәрәкмәй. Магазиндан ванилле сухари алыу ҙа етә. Шулай итеп, башлынҡмы?

Торт өсөн 200 гр ванилле сухари, 80 гр ҡара емеш, 80 гр грек сәтләүеге, 70 гр шоколад, 70 гр аҡ май, 300 гр ҡуйы ҡаймаҡ (магазиндыҡы), ванилле шәкәр, 320 гр эремсек, 1 балғалаҡ желатин, 3 аш ҡалағы һыу кәрәк була. 

Торттоң өҫтөн биҙәр өсөн 100 гр шоколад, 70 гр аҡ май кәрәк була. 

Сухириҙы блендер аша үткәрәбеҙ. Ҡара емеште йыуып, киптерәбеҙ. Грек сәтләүеген дә блендерҙан үткәрәләр. Унан аҡ май менән шоколадты иретеп алалар. Аҙаҡ барыһын бергә ҡушып болғаталар. Бер төрлө масса килеп сығырға тейеш. 

Крем әҙерләйек. Ҡаймаҡ менән шәкәрҙе туҡыйбыҙ. Унан эремсек өҫтәйбеҙ ҙә йәнә туҡыйбыҙ. Әгәр инде кремдың тығыҙ булыуын теләһәгеҙ, һыу менән иҙелгән желатин өҫтәгеҙ. 

Тортты яһарға сират етте. Уны беҙ крем менән аралаштырып, ҡатлап эшләйбеҙ. Башта икмәкле иҙмә, унан крем + икмәкле иҙмә+крем. 

Торт әҙер. Бына яһалыуы тиҙ булһа ла, тәмләнеп һеңһен өсөн һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.  

Торттоң иң өҫтөнә "ҡапҡас" эшләйек. Бының өсөн шоколад менән майҙы иретеп, әҙер торттоң өҫтөнә ҡоябыҙ. 

Мммм. Тәмле генә. Ҡырҡҡанда ла еңел генә ҡырҡыла. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас