Файҙалы кәңәштәр
9 Октябрь 2022, 05:29

ҠАҘАҠСА БАУЫРҺАҠТАР

Был бауырһаҡты бешерер өсөн 500 мл һөт, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 30 гр аҡ маҡ, 200 мл үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, 10 гр әсетке, 1 кг он кәрәк була. Стакандың 1/3 өлөшөнә һыу ҡойоп, бер аҙ шәкәр, әсетке һалып, өҫтөн ҡаплап ҡуябыҙ. Әсетке күпсеп сыҡҡас, барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. 

ҠАҘАҠСА БАУЫРҺАҠТАРҠАҘАҠСА БАУЫРҺАҠТАР
ҠАҘАҠСА БАУЫРҺАҠТАР

ҠАҘАҠСА БАУЫРҺАҠТАР

Был бауырһаҡты бешерер өсөн 500 мл һөт, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 30 гр аҡ маҡ, 200 мл үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, 10 гр әсетке, 1 кг он кәрәк була.

Стакандың 1/3 өлөшөнә һыу ҡойоп, бер аҙ шәкәр, әсетке һалып, өҫтөн ҡаплап ҡуябыҙ. Әсетке күпсеп сыҡҡас, барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.

Ҡамырҙы таҫтамал менән ҡаплап, ҡабарғанын 2 сәғәт көтәбеҙ.

Ҡамырҙы йәйеп ҡырҡҡылап сыҡҡандан һуң ҡалҡҡанын йәнә 20 минут (әҙерәк тә, күберәк тә түгел) көтәбеҙ.

Ҡыҙған майҙа бешереп алабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас