Файҙалы кәңәштәр
8 Октябрь 2022, 08:08

Пелюстка

Пeлюcткa һүҙен тәржемә итһәң, таж тип әйтергә булыр ине. Әҙер салат сәскә тажын хәтерләтә. Һутлы ғына, үҙе ктерләп тора. Әскелт-татлы тәме бер ергә барып тейеп кенә тора...  Бының өсөн 3 кг кәбеҫтә, 3 ҙур кишер, 1 ҡыҙыл сөгөлдөр, 3-4 теш һарымһаҡ кәрәк була. Әсе боросто йәки ярты балғалаҡ әсе ҡыҙыл боросто ҡушһаң, салат әсерәк килеп сыға.  Маринад өсөн 1,5 литр һыу, 200 гр шәкәр,

ПелюсткаПелюстка
Пелюстка

Пeлюcткa һүҙен тәржемә итһәң, таж тип әйтергә булыр ине. Әҙер салат сәскә тажын хәтерләтә. Һутлы ғына, үҙе ктерләп тора. Әскелт-татлы тәме бер ергә барып тейеп кенә тора... 

Бының өсөн 3 кг кәбеҫтә, 3 ҙур кишер, 1 ҡыҙыл сөгөлдөр, 3-4 теш һарымһаҡ кәрәк була. Әсе боросто йәки ярты балғалаҡ әсе ҡыҙыл боросто ҡушһаң, салат әсерәк килеп сыға. 

Маринад өсөн 1,5 литр һыу, 200 гр шәкәр, 3 аш ҡалағы тоҙ, 200 мл 9%-лы уксус, 200 мл үҫемлек майы, 2 лавр япрағы, 5-6 хуш еҫле борос алына. 

Кәбеҫтәне эре шаҡмаҡлап туразбыҙ, кишер һәм сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрәбеҙ (турарға ла була), һарымһаҡты ваҡ итеп турайбыҙ. 

Банкаға йәшелсәләрҙе ҡатлап һалабыҙ. Башта кәбеҫтә, унан кишер, сөгөлдөр, һарымһаҡ. Шулай уҡ был салатты кәстрүлгә тоҙларға ла була. Хатта уңайлыраҡ та. Өҫтөнә баҫтырып тәрилкә түңкәреп ҡуйыу уңайлы. 

Маринадты бар кәрәк ингpeдиeнттарын (уксустан башҡаһын) ҡушып, ҡайнатабыҙ һәм кәбеҫтә өҫтөнә ҡоябыҙ. Әйткәндәй, маринад ҡайнап сыҡҡандан һуң уксус ҡойор кәрәк. 

Был кәстрүлде 1 тәүлеккә онотоп торабыҙ. Аҙаҡ һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. 2 тәүлектән әҙер була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас