Файҙалы кәңәштәр
8 Октябрь 2022, 05:37

Иң еңел итле бәлеш

 Ял көндәре яҡындарыбыҙҙы ошо ябай ғына, үҙе шул тиклем тәмле булған бәлеш менән һыйлайыҡ. Фарш менән бешерелгән бәлештең ҡамырын 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 1-әр стакан он һәм кефир, ярты балғалаҡ сода менән әҙерләйбеҙ.    

Иң еңел итле бәлешИң еңел итле бәлеш
Иң еңел итле бәлеш

Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 стакан он, 1 стакан кефир, ярты балғалаҡ сода алына. 

Эслек өсөн: 300 гр фарш, ваҡ шаҡмаҡлап туралған 2-3 башлы һуған, тәменә ҡарап тоҙ, борос.

Кефирға сода һалып, 5 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Унан ҡамырға тигән башҡа ингредиенттарҙы ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Форманы майлап, өҫтөнә он һибәбеҙ.  Ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ.

Ҡамыр өҫтөнә алдан әҙерләнгән эслекте йәйеп тигеҙләп һалабыҙ ҙа, ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. 

Хәҙер инде 170 градус эҫелектәге духовкала 40 минут бешереп алабыҙ.  

Әйткәндәй, был бәлешкә үҙегеҙ теләгән эслекте ҡуллана алаһығыҙ. 

Өйҙә яңы ғына бешкән бәлеш еҫе таралдымы? Ммммм...

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас