Файҙалы кәңәштәр
8 Октябрь 2022, 06:32

Эремсектән запеканка

Был еңел генә запеканканы бешереү өсөн 500 гр эремсек, 1 банка шәкәр менән ҡуйыртылған һөт (сгущенка), 3 йомортҡа алына.

Эремсектән запеканкаЭремсектән запеканка
Эремсектән запеканка
 

Был еңел генә запеканканы бешереү өсөн 500 гр эремсек, 1 банка шәкәр менән ҡуйыртылған һөт (сгущенка), 3 йомортҡа алына. 

Башта йомортҡа менән сгущенканы ныҡ итеп туҡып алабыҙ. Унан эремсек ҡушабыҙ. Барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ. 

Әҙер массаны формаға һалып, 160 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкаға ултыртабыҙ. Запеканка 40 минут тирәһендә бешеп сыға. 

Әҙер запеканка һыуынғансы бер аҙ көтөп торабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас