+24 °С
Ямғыр
Ни өсөн ҡайнатырға?
Ғәҙәттә, грек сәтләүектәрен таҙалау оҙаҡҡа һуҙыла. Ҡайһы ваҡыт сүкеш тә ярҙамға килә. Ә был ысул һеҙҙе ул мәшәҡәттән ҡотҡарасаҡ.
Уның өсөн сәтләүектәрҙе һауытҡа һалып, биш минут ҡайнатабыҙ. Һуңынан уларҙы һөҙөп алып, киптерергә һалабыҙ. Хәҙер ике сәтләүекте алып, усығыҙҙа ҡыҫып ҡарағыҙ әле. Улар шунда уҡ әрселеп сығасаҡ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.