

Йәшлек рецебы
Ышанмаҫһығыҙ, йәшлек рецебы желатин менән эшләнә. Тап желатин биттәге һырҙар менән көрәшә, икенсе эйәкте ала, тап желатин тиреләге аҡһым һәм аминокислота матдәһе алмашыныуҙа ҙур роль уйнай. Ваҡ һырҙарҙы бөтөрә, тирене йомшарта һәм ағарта, ҡан әйләнешен яҡшырта.
Желатиндан крем:
1 балғалаҡ желатинды 100 мл һыу, 3 аш ҡалағы бал, 0.5 аш ҡалағы глицерин һәм 1 г (бысаҡтың осонда ғына) салицил кислотаһын ҡушып болғатабыҙ.
Ҡатнашма болғатылған һауытты эҫе һыуға ултыртабыҙ ҙа болғата башлайбыҙ. Ул иреп бөр төрлө тигеҙ массаға әйләнергә тейеш.
Эҫе һыуҙан был һауытты алабыҙ ҙа туҡый-туҡый һыуытабыҙ.
Әҙер кремды көн һайын йоҡлар алдынан 2 сәғәт алда 20 минутҡа биткә һөртәбеҙ. Биткә һеңеп бөтмәгән ҡалған өлөшөн салфетка менән һөртөп алабыҙ.
Был әҙерләгән йәшлек кремы яҡынса 1 айға етергә тейеш.
Әҙер кремды һыуытҡыстың өҫкө кәштәһендә һаҡлайбыҙ! Кремды битегеҙгә һөртөргә етерлек кенә итеп һыҙырып алығыҙ һәм усығыҙҙа йылытығыҙ. Ҡалғаны һыуғытҡыста ҡалһын.
Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ!