

Бар йәшелсәләр һулып бөткәндә лә петрушка йәшел булып ултырып ҡала. Ҡайһы саҡ беҙ уны эшкә лә һанамайбыҙ. Ә бына аяҡтары шешенгәндәргә уны йыйып алырға, хатта һауытҡа тупрағы менән күсереп, тәҙрә төбөндә үҫтерергә лә кәңәш итәбеҙ.
Петрушканан әҙерләнгән төнәтмә тәндәге артыҡ һыуҙы ҡыуып сығарыр иң шәп үлән. Зыяны ла юҡ үҙенең.
Петрушканан төнәтмәне былай эшләйҙәр:
Петрушканы тамыры менән йолҡоп алып, матур итеп йыуығыҙ. Унан ит турағыс аша үткәрегеҙ. Килеп сыҡҡан массаны термосҡа һалып, өҫтөнә 500 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Төнө буйы төнәткәндән һуң иртәнсәк һөҙөп алығыҙ. Был төнәтмә 1 көнгә етергә тейеш. Өскә бүлеп эсегеҙ.
Был төнәтмәне 2 көн рәттән эскәндән һуң 3 көн ял итегеҙ. Унан йәнә ике көн эсегеҙ. Шул саҡ шеш ҡайта башлағанын һиҙерһегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.