

Картуфтың мул уңыш биргән мәле. Гел генә бер төрлө итеп бешергәнсе, әйҙәгеҙ, ошолай төрлөләндереп ҡарайыҡ.
Бының өсөн 3 йомортҡа, 8 уртаса ҙурлыҡтағы картуф, 100 гр ҡаты сыр, 100-150 гр кипкән икмәк валсығы, 2 аш ҡалағы он, ҡурыр өсөн етерлек үҫемлек майы, тәменә ҡарап тоҙ алына.
Картуфты ҡабығы менән бешереп, һыуытабыҙ. Унан ҡабығын әрсеп,эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Унан картуфҡа 1 йомортҡа менән тоҙ ҡушып, болғатабыҙ.
Хәҙер сират онға етте. Он ҡушып картуфлы ҡамыр баҫабыҙ. Һығылмалы матур ғына ҡамыр килеп сыҡты.
Сырҙы оҙонсай итеп турайбыҙ.
Йомортҡа менән тоҙҙо туҡып, тәрилкәгә ҡоябыҙ.
Ҡулыбыҙ менән ҡамырҙан йәймә эшләйбеҙ һәм уртаһына сырҙы һалып, таяҡса эшләйбеҙ. Унан йомортҡаға манып алабыҙ ҙа кипкән икмәк валсығына һалып әүәләйбеҙ.
Әгәр инде матур ғына булһын тиһәгеҙ, уны ике-өс тапҡыр йомортҡаға манып икмәк валсығында әүәләгеҙ.
Әҙер таяҡсаларҙы ҡыҙған майҙа ҡурып алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!