

Дауа булыр ҡатнашманы әҙерләр өсөн ҙур булмаған имбир тамыры, 400 гр шәкәр, 2 аш ҡалағы куркума, 400 гр таҙартып туралған һарымһаҡ, 1 литр һыу кәрәк була.
Һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп, утҡа ултыртығыҙ. Ҡайнап сығыу менән һарымһаҡ, имбир, шәкәр, куркума төшөрөгөҙ. Шәкәрҙе иң аҙаҡ өҫтәгеҙ.
Ҡатнашманы һүрән утта томалап тотоғоҙ. Һыуҙың яртыһы ҡайнап бөткәс, кәстрүлде уттан алығыҙ. Унан бер аҙ һыуытып, банкаға бушатығыҙ. Юғиһә банкағыҙ ярылып ҡуйыр. Бар тырышлығығыҙ юҡҡа сығыр. Банкала килеш һыуынғас, уны һыуытҡысҡа 1 тәүлеккә ултыртығыҙ.
Әҙер ҡатнашманы һәр көн иртән ас ҡарынға 2-шәр аш ҡалағы ҡабығыҙ. Был һеҙҙең тын юлы органдарына ярҙам итер.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!