+24 °С
Ямғыр


Тыл тәмләткесте корея халҡы яратып ашай, тиҙәр. Белмәйем. Әммә ул һәр кемгә ярап ҡалырлыҡ ризыҡ. Сөнки был тәмләткес иммунитетты ла нығыта, организмдағы төрлө зарарлы бактерияларҙы ла юҡ итә. Тоҙ күп итеп һалып эшләнгәнгә күрә, был тәмләткес йылдар буйы үҙ тәмен юғалтмай.
1 кг һарымһаҡ, 600 гр әсе борос, 400 гр ҡыҙыл татлы борос, 0,5 кг тоҙ кәрәк.
Бөтә йәшелсәләрҙе ит турағыстан үткәрәбеҙ, тоҙ һалып яҡшылап болғатҡас, стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ябып ҡуябыҙ. Банкаларҙы ныҡ тултырырға ярамай. Унан рәхәтләнеп икмәккә һылайһың да ашайһың. Кем нисек ярата инде. Аштарыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.