Файҙалы кәңәштәр
29 Сентябрь 2022, 09:20

Ҡаҡырыҡтан ҡотолайыҡ

Организмдан ҡаҡырыҡты сығарып, 10 йылға йәшәреп була. Быныһы шаярыу әлбиттә. Ә быны һаулыҡты нығытып була. Ҡаҡырыҡ саманан тыш күп йыйылғанда үпкә, бронхылар, ашҡаҙан зыян күрә. Танау тона, тын алыу ауырлаша. Һыуыҡ тейҙереп ауырыу, инфекциялар йоҡтороу, хроник арығанлыҡ -- барыһы ла организмдың бысраныуына ишара.    Организм ҡаҡырыҡтан ҡотолор булһа, йүтәл көсәйә, температура күтәрелә, танау тона, күҙ төбө шешмәкләнә. Ошолай булғанда беҙ нимә эшләйбеҙ? Әлбиттә, танауға дарыу тамыҙабыҙ, температураны төшөрөү өсөн тағы дарыу эсәбеҙ, йүтәлдән антибиотиктар эсәбеҙ. Белгестәр әйтеүенсә, ошолай беҙ организмға ҡаҡырыҡтан ҡотолорға ҡамасаулайбыҙ. Әйҙәгеҙ, халыҡ медицинаһына күҙ һалайыҡ.   

Ҡаҡырыҡтан ҡотолайыҡҠаҡырыҡтан ҡотолайыҡ
Ҡаҡырыҡтан ҡотолайыҡ
Организмдан ҡаҡырыҡты сығарып, 10 йылға йәшәреп була. Быныһы шаярыу әлбиттә. Ә быны һаулыҡты нығытып була. Ҡаҡырыҡ саманан тыш күп йыйылғанда үпкә, бронхылар, ашҡаҙан зыян күрә. Танау тона, тын алыу ауырлаша. Һыуыҡ тейҙереп ауырыу, инфекциялар йоҡтороу, хроник арығанлыҡ -- барыһы ла организмдың бысраныуына ишара. 
 
Организм ҡаҡырыҡтан ҡотолор булһа, йүтәл көсәйә, температура күтәрелә, танау тона, күҙ төбө шешмәкләнә. Ошолай булғанда беҙ нимә эшләйбеҙ? Әлбиттә, танауға дарыу тамыҙабыҙ, температураны төшөрөү өсөн тағы дарыу эсәбеҙ, йүтәлдән антибиотиктар эсәбеҙ. Белгестәр әйтеүенсә, ошолай беҙ организмға ҡаҡырыҡтан ҡотолорға ҡамасаулайбыҙ. Әйҙәгеҙ, халыҡ медицинаһына күҙ һалайыҡ. 
 
Беҙгә был юлы киптерелмәгән, тоҙланмаған имбир ярҙам итер. Бының өсөн имбир тамырын таҙартып әрсейек. Унан йоҡа ғына балдаҡлап турайыҡ. Ҡайнар һыуға һалып, бер аҙ төнәтәбеҙ. Һыуына башлаған имбирлы һыуға 1 балғалаҡ бал һәм бер аҙ лимон һутын ҡушабыҙ. Был төнәтмәне йылытып көн дауамында эсергә кәңәш ителә. Айырыуса ашарҙан ярты сәғәт алдан. 
 
Йәнә бер рецепт. 1 балғалаҡ борсаҡлы ҡара боросто сәйнәмәй генә йотоп, артынан таҙа һыу эсегеҙ. Был процедураны 18.00 сәғәткә тиклем, киске аш алдынан 3 көнгә бер тапҡыр 7 көн дауамында ҡабатларға кәңәш ителә. 
 
Был юҫыҡта лимон менән керән дә ярҙам итә ала. 5 лимондың һутын һығып алып, 150 гр ҡырғыстан үткәрелгән керәнде ҡушып болғатыла. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы иртән ас ҡарынға һәм йоҡлар алдынан берәр балғалаҡ эсергә кәңәш ителә. 
 
Ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн ҡулланылған дарыу үләндәре араһында ромашка сәскәһен, ҡарағай һәм кедр бөрөһөн, эвкалипт япраҡтарын, ҡара ҡарағат менән бөтнөктө, ҡомалаҡ тубырсығын билдәләп үтергә булыр ине. Был үләндәрҙе төнәтергә лә, сәй кеүек эсергә лә була. 
 
Һау-сәләмәт булығыҙ! 
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас