

Күҙ ауырыуҙарынан ҡотолорһоғоҙ!
Был рецепт менән ҡулланғандан һуң барлыҡ күҙ ауырыуҙары тураһында оноторһоғоҙ! Был дауа глаукома, катаракта, күҙ йәшкәҙәп тороуынан, алыҫтан һәм яҡындан насар күргән осраҡта һ.б. ауырыуҙарҙан ярҙам итә. Шулай уҡ тамырҙарҙы ла таҙарта. Рецебы бик ябай. Яҙып алығыҙ йә һаҡлап ҡуйығыҙ!
Берәр ус ҡылыс үләне (аир) һәм пәйғәмбәр тырнағы (календула) сәскәләрен алып, 0.5 литр араҡыға һалабыҙ. Унан 12 көн дауамында ҡараңғы урында төнәтәбеҙ. Мәле менән алып һелкетеп торор кәрәк булыр.
Әҙер төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 20-30 минут алда 1-әр балғалаҡ эсер кәрәк булыр.
Дауаланыу курсы 1 йыл. Ошо арала 4 шешә төнәтмә китә. Төнәтмәне алдан бер юлы эшләргә лә була, шулай яйлап, сиратлап эшләргә лә ярай. Төнәтмә ни тиклем оҙағыраҡ ултырһа, шул тиклем шифалыраҡ була. Төнәтмәне шулай уҡ 1 литрлыҡ банкаға эшләргә лә була. Ул сағында уңайлы булһын өсөн бәләкәйерәк һауытҡа ҡойоп тотонорға кәңәш ителә. Йәнә шул: төнәтмәне һөҙөп тормайҙар!
1 шешә төнәтмә 2 айға эскәс, 1 ай ял итеп алыу мотлаҡ. Унан дауам итергә кәрәк.Шулай иткәндә 1 йыл эсендә 4 шешә төнәтмә китә.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Күҙегеҙҙән һөйөнөгөҙ!
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланған саҡта һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Сығанаҡ: Рецепт Хәлисәт Сөләймәнова битләүегенән алынды.