Файҙалы кәңәштәр
27 Сентябрь 2022, 06:58

Бәлеш рецебы

Был бәлештең ҡамырына сода ла, разрыхлитель да, хатта әсетке лә кәрәкмәй.  Ҡамыр өсөн ярты стакан үҫемлек майы, 1 стакан ҡайнар һыу, сама менән 1 аш ҡалағы тирәһе тоҙ, кәрәгенсә он алына.  Ошоларҙы ҡушып, ҡулға йәбешмәҫлек ҡамыр баҫабыҙ.  Итте ит турағыстан үткәрәбеҙ йә булмаһа ваҡ итеп турайбыҙ. Һуған менән картуфты ла турайбыҙ.   

Бәлеш рецебыБәлеш рецебы
Бәлеш рецебы

Ҡамыр өсөн ярты стакан үҫемлек майы, 1 стакан ҡайнар һыу, сама менән 1 аш ҡалағы тирәһе тоҙ, кәрәгенсә он алына. 

Ошоларҙы ҡушып, ҡулға йәбешмәҫлек ҡамыр баҫабыҙ. 

Итте ит турағыстан үткәрәбеҙ йә булмаһа ваҡ итеп турайбыҙ. Һуған менән картуфты ла турайбыҙ. 

Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Өҫтөнә яба торғанын әҙерәк ҡалдырабыҙ. 

Бәлеш яһап, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала бешереп алабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас