+24 °С
Ямғыр


Ҡарағат, ҡурай еләге бер урында 8-9 йыл үҫтерелә. Шуға оҙаҡ ултырғандарын тамыры менән йолҡоп ташларға, яңы еләктәр үҫтерергә кәрәк.
Ҡурай еләге — ике йыллыҡ үҫемлек. Беренсе йыл буйға үҫә, икенсе йылында уңыш бирә лә ҡорой. Тәү сиратта ҡороғандары ҡырҡып алынырға тейеш. Һуңынан бер квадрат метрға 6—8 килограмм серетмә, 40—50 грамм суперфосфат, 20—30 грамм калий ашламаһы, ә яҙын 30—40 грамм азот ашламаһы индерелә. Унан тамырҙарына зыян килтермәй генә йомшартыла. Һанап үтелгән эштәрҙе тамамлағас, ҡурай ебәктәрен бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, ергә эйҙереп бәйләргә кәрәк.
Гүзәл Иҫәнгилдина.