+24 °С
Ямғыр


Ҡабаҡ
Был йәшелсәне лә мотлаҡ ҡоро көндә йыйып алырға һәм киптерергә кәрәк. Һабағын 4 см тирәһендә ҡалдырып, һаҡ ҡына ҡырҡып алығыҙ. Әгәр ҡоро көндә йыйып алыу мөмкинлеге юҡ икән, ҡабаҡтарҙы яҡшылап һөртөп, бүлмәгә һалып киптерегеҙ. Баҙҙа ҡабаҡты һабағы менән өҫкә һалып, бер – береһенә төкөтмәй генә һаҡларға кәрәк. Шулай уҡ уларҙы сеткаларға элеп ҡуйырға ла була. Әгәр ҡабаҡты балконда һаҡлаһағыҙ, унда температура 2 градус йылылыҡтан төшмәҫкә тейеш һәм йәшелсәләрҙең өҫтөн ябып ҡуйырға кәрәк.