Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Сентябрь 2022, 10:24

Томаттан тәмле соус

Был соусты бер тапҡыр ғына эшләп ҡарағандан һуң, башҡаса кетчуп һатып алыу теләге һүнер.Соус өсөн 450 гр помидор, 250 гр болгар соусы, 4 теш һарымһаҡ, 50 мл үҫемлек майы, 1 башлы һуған, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1,5 балғалаҡ тоҙ, тәменә ҡарап борос алына.

Томаттан тәмле соус
Томаттан тәмле соус

Был соусты бер тапҡыр ғына эшләп ҡарағандан һуң, башҡаса кетчуп һатып алыу теләге һүнер.
Соус өсөн 450 гр помидор, 250 гр болгар соусы, 4 теш һарымһаҡ, 50 мл үҫемлек майы, 1 башлы һуған, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1,5 балғалаҡ тоҙ, тәменә ҡарап борос алына.
Башта һуғанды турап, ҡурып алабыҙ. Помидорҙың ҡабығын әрсеп, ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Унан һүрән утта бешерергә ултыртабыҙ. Болгар боросо менән ҡурылған һуғанды блендер менән иҙеп алабыҙ. Аҙаҡ помидорҙар янына оҙатабыҙ. Тәменә ҡарап, тоҙ, борос, шәкәр өҫтәйбеҙ.
Килеп сыҡҡан ҡатнашманы һүрән утта 30 минут бешергәндән һуң ваҡланған һарымһаҡты өҫтәйбеҙ. Йәнә 10 минут бешерәбеҙ.
Әҙер соусты стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡасын нығытабыҙ. Был соус һалҡынса урында һаҡлана. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: