Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Сентябрь 2022, 18:18

Һыҙланыуҙарға дауа

Был микстура быуындар һыҙлауынан, бил ауыртыуынан, тән һынығыуынан ярҙам итә. Үҙе осһоҙ бит әле! Бындай микстура һис шикһеҙ һәр бер өйҙә булырға тейеш.  1 аш ҡалағы эре тоҙҙо 1 литр һыу менән иҙегеҙ. 80-100 мл 10 %-лы нашатыр спиртына 10 гр камфора спиртын ҡушып ҡапҡасын ябығыҙ ҙа һелкетеп алығыҙ. Унан тоҙло иҙмәгә ҡойоғоҙ. 

Һыҙланыуҙарға дауа
Һыҙланыуҙарға дауа

Был микстура быуындар һыҙлауынан, бил ауыртыуынан, тән һынығыуынан ярҙам итә. Үҙе осһоҙ бит әле! Бындай микстура һис шикһеҙ һәр бер өйҙә булырға тейеш. 

1 аш ҡалағы эре тоҙҙо 1 литр һыу менән иҙегеҙ.

80-100 мл 10 %-лы нашатыр спиртына 10 гр камфора спиртын ҡушып ҡапҡасын ябығыҙ ҙа һелкетеп алығыҙ. Унан тоҙло иҙмәгә ҡойоғоҙ. 

Аҡ ҡына ойонтолар барлыҡҡа килер. Ҡапҡасын ябып, ныҡ ҡына һелкетеп алығыҙ. Был ойонтолар иреп юҡҡа сығыр. Тап шул саҡта микстура әҙер булыр. 

Әгәр ҙә мәгәр башығыҙ ауыртһа, микстураны һыу парында йылытып алығыҙ. Сепрәкте микстураға манып алығыҙ ҙа, башығыҙға уратығыҙ. Өҫтөнән йылы яулыҡ ябынып, йоҡларға ятығыҙ. Иртәнсәк башығыҙға еңеллек килер. 

Быуындар һыҙлағанда микстураға манып алынған сепрәкте һыҙлаған урынға һалып, өҫтөн компресс өсөн ҡағыҙ йәки целлофан менән ҡаплағыҙ. Бындай компрессты көнөнә 2-3 тапҡыр эшләргә була. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: