Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Сентябрь 2022, 18:01

Тултырылған сөгөлдөр

Был ҡабымлыҡ өсөн 18 ваҡ сөгөлдөр кәрәк була.  Эслеге бер нисә ҡат була. Тәүгеһенә 140 гр эремсекле сыр, 1,5 ус петрушка, тәменә ҡарап һарымһаҡ алына.  Икенсеһенә 80 гр иретелгән сыр, 1 ҙур булмаған кишер, 1/2 ус петрушка алына. 

Тултырылған сөгөлдөр
Тултырылған сөгөлдөр

Был ҡабымлыҡ өсөн 18 ваҡ сөгөлдөр кәрәк була. 

Эслеге бер нисә ҡат була. Тәүгеһенә 140 гр эремсекле сыр, 1,5 ус петрушка, тәменә ҡарап һарымһаҡ алына. 

Икенсеһенә 80 гр иретелгән сыр, 1 ҙур булмаған кишер, 1/2 ус петрушка алына. 

Сөгөлдөрҙө таҙартып, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Унан һыуытабыҙ. 

Тәүге эслекте әҙерләйбеҙ. Һарымһаҡты таҙартабыҙ, кинзаны йыуып киптерәбеҙ. Барыһын турайбыҙ. Унан эремсекле сыр менән бутайбыҙ. 

Сөгөлдөрҙөң ипләп кенә балғалаҡ менән эсен соҡоп алабыҙ. Бәләкәс кенә мискәләр килеп сығырға тейеш. 

Икенсе эслеккә тотонайыҡ. Таҙартылған кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Петрушканы ваҡлар турайбыҙ. Иретелгән сырҙы менән кишер һәм петрушка ҡатнашмаһы менән бергә ҡушып болғатабыҙ. 

Сөгөлдөр мискәләр эсенә беренсе эслек менән һылап сығабыҙ. Унан икенсе эслекте тултырабыҙ. 

Противенды майлап, тултырылған сөгөлдөрҙө ултыртабыҙ. 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкаға 10-15 минутҡа ултыртабыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: