Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Сентябрь 2022, 12:21

Дөгө тултырылған помидор

Төшкөлөккә яҡындарыбыҙға дөгө тултырылған помидор менән бешерелгән картуф әҙерләйекБының өсөн 3 помидор, 4 ҡалаҡ дөгө ярмаһы, 2 эре картуф, тәменә ҡарап орегано, һарымһаҡ, базилик һәм розмарин алырға мөмкин, үҫемлек майы, тоҙ, ҡара борос алына. 

Дөгө тултырылған помидор
Дөгө тултырылған помидор
Төшкөлөккә яҡындарыбыҙға дөгө тултырылған помидор менән бешерелгән картуф әҙерләйек
Бының өсөн 3 помидор, 4 ҡалаҡ дөгө ярмаһы, 2 эре картуф, тәменә ҡарап орегано, һарымһаҡ, базилик һәм розмарин алырға мөмкин, үҫемлек майы, тоҙ, ҡара борос алына. 
 
Помидорҙы йыуып, рәшәткәлә киптерәбеҙ ҙә эслеген һаҡ ҡына таҙартабыҙ. Һутын бер аҙ ҡалдырырға онотмағыҙ. Атыу дөгө ярмаһы бешкән саҡта ҡаты була. Шулай уҡ һәр помидор эсендәге дөгөгә бер нисә тамсы май тамыҙабыҙ. Ул сағында ярма тирелеп торасаҡ. Әгәр инде ныҡ ҡоро һымаҡ тойолһа, бер аҙ ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ. Помидор "ҡапҡастар" менән ябып, янына картуф теҙеп һалабыҙ. Уның өҫтөнә киптерелмәгән розмарин һалып, тоҙлап, үҫемлек майын һибәбеҙ.
 
Табаны 220°С 30-45 минутҡа духовкаға ултыртабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: