Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Сентябрь 2022, 09:13

Сөгөлдөрҙән икра

Сөгөлдөрҙән икра эшләп ҡарағанығыҙ бармы?Ғәләмәт тәмле: бер үк ваҡытта әскелт тә, татлы ла. Ммм, тәмле шул. Ваҡытты һуҙмай, йәһәт кенә эшләй һалайыҡ.  Икра өсөн 2 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 1 кг помидор, 80 мл 9% аш һеркәһе, 80 гр шәкәр, 300 гр үҫемлек майы, 1 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 әсе борос, хуш еҫле борос, лавр япрағы, кипкән укроп алына. 

Сөгөлдөрҙән икра
Сөгөлдөрҙән икра

Сөгөлдөрҙән икра эшләп ҡарағанығыҙ бармы?Ғәләмәт тәмле: бер үк ваҡытта әскелт тә, татлы ла. Ммм, тәмле шул. Ваҡытты һуҙмай, йәһәт кенә эшләй һалайыҡ. 

Икра өсөн 2 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 1 кг помидор, 80 мл 9% аш һеркәһе, 80 гр шәкәр, 300 гр үҫемлек майы, 1 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 әсе борос, хуш еҫле борос, лавр япрағы, кипкән укроп алына. 

Тәрән табала йә ҡаҙанда майҙы ҡыҙҙырабыҙ ҙа туралған һуғанды өҫтәйбеҙ. Уның өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе һалабыҙ ҙа ялтырағансы ҡыҙҙырабыҙ. Йәнә ит турағыстан үткәрелгән помидор менән әсе боросто һалабыҙ. 10 минут самаһы бешерәбеҙ.

Ҡырылған сөгөлдөрҙө өҫтәйбеҙ. Унан аш һеркәһе ҡойоп, шәкәр, тоҙ, борсаҡлы ҡара борос, лавр япрағы, ҡоро укроп һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Йәнә сөгөлдөрлө икраны 1,5 сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Мәле менән болғатып торорға онотмайбыҙ.

Бешеп сығырға 10 минут ҡалғас иҙелгән һарымһаҡты өҫтәйбеҙ. Бына хәҙер инде икрабыҙ әҙер.

Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябып, әйләндереп, һыуынғансы йылы юрған менән төрөп ҡуйырға ғына ҡалды.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: