Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Сентябрь 2022, 10:45

Тәмле!

Картуф күп, Аллаға шөкөр, ял көнөндә унан тәмле ризыҡ әҙерләп яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ...

Тәмле!
Тәмле!

Тәәк, еңел генә һәм тәмле генә әҙерләнә торған ризығыбыҙҙы әҙерләй һалайыҡ. Бының өсөн бөтәүләй бешкән картуф кәрәк була. Духовка табаһын майлағыҙ ҙа, өҫтөнә бешкән картуфтарҙы һалып сығығыҙ. Картуфтарҙың уртаһын бысаҡ менән ҡырҡығыҙ. Тик тулыһынса түгел! Унда беҙ оҙонса итеп ҡырҡылған сырҙы һәм колбасаны (сосиска, сарделька)) тығабыҙ. Әгәр картуфтарығыҙ булһа, арҡырыһына бер нисә ҡырҡым эшләргә була. Улай мәшәҡәтлерәк буғлһа ла, ныҡ матур булып та күренә) Өҫтөнә туралған укроп (петрушка, йәшел һуған) һибегеҙ һәм 200 градус эҫетелгән духовкала 10-12 минут бешерегеҙ. Өҫтәлегеҙгә ҡуйып өлгөрмәҫ элек яҡындарығыҙ килеп ҡаплап алыр. Әәә, баяғы ҡаймаҡты онотмағыҙ! Ауыльсий-настоящийҙы) Ашыбыҙ - тәмле, үҙебеҙ ғәләмәт бәхетле булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. .

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: