Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Сентябрь 2022, 13:52

Лечо

Бик тәмле лечо! Эшләһәгеҙ үкенмәҫһегеҙ. Уны хатта балалар ҙа ярата.  Бының өсөн 3 кг помидор, 1,5 стакан шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы, 8-10 борсаҡлы ҡара борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 лавр япрағы, 2 аш ҡалағы 9%-лы уксус, 3 кг татлы борос алына.

Лечо
Лечо

Бик тәмле лечо! Эшләһәгеҙ үкенмәҫһегеҙ. Уны хатта балалар ҙа ярата. 

Бының өсөн 3 кг помидор, 1,5 стакан шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы, 8-10 борсаҡлы ҡара борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 лавр япрағы, 2 аш ҡалағы 9%-лы уксус, 3 кг татлы борос алына.

Помидорҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ ҙә бешерергә ултыртабыҙ. Шунда уҡ шәкәр, май,ҡара борос, тоҙ, лавр япрағын, уксус өҫтәйбеҙ. 

Ҡайнап сыҡҡандан һуң 30 минут үткәс, туралған боросто ҡушабыҙ. Йәнә 5-10 минут ҡайнатабыҙ. 

Әҙер лечоны стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытабыҙ. Унан баш түбән ултыртып, һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: