Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
16 Сентябрь 2022, 15:30

Әсе боросло маринадланған ташҡабаҡ

Ингредиенттар:600 г ташҡабаҡ1 чили борособер ус петрушка300 мл һыу1 аш ҡалағы уксус (9%);5–10 борсаҡ хуш еҫле борос3 балғалаҡ тоҙ3 балғалаҡ шәкәр70–90 мл үҫемлек майыТашҡабаҡ менән боросто киҫәкләп турайбыҙ ҙа таҙа банкаларға тултырабыҙ. Шунда уҡ йәшелсәне лә тултырабыҙ.

Әсе боросло маринадланған ташҡабаҡ
Әсе боросло маринадланған ташҡабаҡ

Ингредиенттар:
✅600 г ташҡабаҡ
✅1 чили боросо
✅бер ус петрушка
✅300 мл һыу
✅1 аш ҡалағы уксус (9%);
✅5–10 борсаҡ хуш еҫле борос
✅3 балғалаҡ тоҙ
✅3 балғалаҡ шәкәр
✅70–90 мл үҫемлек майы

Ташҡабаҡ менән боросто киҫәкләп турайбыҙ ҙа таҙа банкаларға тултырабыҙ. Шунда уҡ йәшелсәне лә тултырабыҙ.

Хәҙер маринад әҙерләйбеҙ. Тәүҙә кәстрүлгә һыу менән уксусты ҡоябыҙ. Унан хуш еҫле борос, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы һәм бер аҙ петрушка өҫтәйбеҙ.
Әҙер рассолды талғын утта 5–7 минут ҡайнатабыҙ ҙа банкаларға ҡойоп сығабыҙ. Унан ҡапҡасын ҡаплап, һыулы кәстрүлдә һүрән утта 10–15 минут стерилләйбеҙ. Унан
ҡапҡасын нығытып, баш түбән ултыртабыҙ. Төрөп ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Төркөмгә яҙылырға онотмағыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: